| |||||
Девиз: «Тыныслыҡ утрауҙары» | |||||
Гимн: «Ålänningens sång» | |||||
Рәсми тел | швед | ||||
Баш ҡала | Мариехамн | ||||
Эре ҡалалар | Мариехамн | ||||
Идара итеү төрө | Автоном провинция | ||||
Губернатор | Петер Линдбек
Камилла Гунелл | ||||
Территория • Бөтәһе • % һыу өҫтө |
1 552,57 км² 1,74% | ||||
Халыҡ • Һаны (1.31.2012) • Халыҡ тығыҙлығы |
▲28 361 чел. 18,27 чел./км² | ||||
Валюта | евро | ||||
Интернет-домен | .ax | ||||
Код ISO | AX | ||||
Телефон коды | +358 18 | ||||
Сәғәт бүлкәте | 0,666666667 |
Аланд утрауҙары (Ала́ндтар, швед. Åland — О́ланд, фин. Ahvenanmaa — Ахвенанмаа, һүҙмә-һүҙ — алабуға иле) — Балтик диңгеҙенең Ботния ҡултығындағы архипелагы, шведтар йәшәгән Финляндия Финляндия составындағы автономия, айырым ҡоралһыҙландырыу һәм бер телле зона.
2021 йылдың 31 ғинуарына ҡарата архипелаг халҡы — 30 129 кеше. Архипелаг автономиялы провинцияһының берҙән бер ҡалаһы һәм баш ҡалаһы — Мариехамн (11 709 кеше).
Швед теле берҙән бер рәсми тел. Швед теле 91,2 % халыҡтың туған теле (көнкүрештә швед теленең аланд диалекты ҡулланыла). Фин теле 5 % халыҡтың туған теле, башҡа телдәр 3,8 % тирәһе. Диндарҙарҙың күпселеге лютерандар.
2006 йылда аланд утрауҙарына үҙ домен исеме (интернет-домен) бирелә — .ax.
Ҡуллыныштағы рәсми валюта — евро.
Швед å һүҙе бәләкәй йылғаны аңлата (ср.: Åbo), әммә Åland швед атамаһының килеп сығышы менән башҡа нәмәләрҙе бәйләйҙәр, сөнки архипелагта йылғалар юҡ тиерлек. Ларс Хулден (швед. Lars Huldén) Åland һүҙенең башында торған боронғо скандинав «ahva» һүҙе латин телендә aqua (һыу) аңлатҡан мәғәнәгә эйә. Шулай уҡ, лингвистиканың сиратлашыу ҡанундары буйынса, ahven (окунь) фин һүҙенән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙе лә инҡар итмәй, унан тәүге å өнө барлыҡҡа килеүе мөмкин.
«Донъя илдәренең дөйөм Рәсәй классификаторы»на ярашлы, Эланд утрауҙары булараҡ яҙыла — дөрөҫөрәге, был тарихи формалашҡан яҙыуға ҡаршы килә.
Икенсе фараз буйынса, рус исеме швед теленән швед. Aland алынған, ул, үҙ сиратында, унан — «һыу ере» нем. Ahwaland тип алынған. Шулай уҡ сығанаҡ немец формаһынан килеп сыҡҡан фин. Ahvenanmaa фин формаһы ла бар.
Архипелаг Балтик диңгеҙенең Ботния ҡултығына ингән ерҙә урынлашҡан. Көнсығышта материк Финляндияһынан (Варсинайс-Суоми провинцияһы) бик күп шхерҙерға бай Архипелаг диңгеҙе менән айырылған, көнбайышта Швециянан (Стокгольм лены һәм ситтәге төньяҡ-көнбайышта, Уппсала лены) Сёдра-Кваркен боғаҙы менән айырылған. Боғаҙҙа майҙаны яҡынса 3 гектар тәшкил иткән Меркет утрауы бар, унда дәүләттәр араһындағы сиктең ҡоро ер участкаһы бар.
Архипелагтың оҙонлоғо төньяҡтан көньяҡҡа табан — 130 км. Архипелаг 6757 утрауҙан (60 утрауҙа кеше йәшәй) тора, улар Ер шарындағы иң күп утрауҙар тупланмаһы. Территорияһы — 1552 км², шуның 27 км² самаһын йылғалар һәм күлдәр тәшкил итә. Архипелаг утрауҙарының иң ҙуры — 685 км² майҙанды биләгән Аланд утрауы. Архипелагтың иң бейек нөктәһе — бейеклеге 129 метр тәшкил иткән Оррдальсклинт ҡалҡыулығы.
Территорияның 58,7%-ын урмандар биләй.
Архипелагтағы ҡайһы бер ҙур утрауҙар (майҙаны 5 км²-ҙан ашыу):
Атамаһы | Майҙаны (км²) | Иң бейек нөктәһе (м) | Халҡы (кеше) |
---|---|---|---|
Аланд (утрау) | 685 | 129 | 21 400 |
Лемланд | 92 | 77 | 2 133 |
Эккерё | 91 | 36 | 978 |
Лумпарланд | 33 | 61 | 397 |
Вордё | 29 | 48 | 400 |
Эстерсокнен | 23 | ||
Кумлинге | 23 | 238 | |
Хуммерсёландет | 17 | ||
Дегерё (Degerö) | 14 | 35 | |
Хеллсё (Hellsö) | 12,8 | ||
Энклинге | 12,2 | 87 | |
Соннбудаландет (Sonnbodalandet) | 10,4 | ||
Чёкар | 10,3 | ||
Сеглинге (Seglinge) | 9,7 | 46 | |
Соттунга | 9,3 | ||
Чюркландет (Kyrklandet) | 6,8 | 17 |
Аландар, бөтөн Финляндиялағы кеүек үк, халыҡ-ара стандарт буйынса билдәләнгән көнсығыш европа (Eastern European Time) (EET/EEST) сәғәт бүлкәтендә урынлашҡан. Бөтә донъя координация ваҡытына UTC сағыштырмаса күсерелеү +2:00 (ҡышҡы ваҡыт) һәм +3:00 (йәйге ваҡыт) тәшкил итә.
Утрау уртаса климатта урынлашҡан, һалҡынсараҡ һәм үҙенең айырмалыҡтары бар: утрауҙар Төньяҡ илдәрҙең иң ҡояшлы төбәгендә урынлашҡан. Йәйге ҡояшта йылынған Балтик диңгеҙе үҙенең йылыһын оҙаҡ һаҡлай, шуға унда көҙ миҙгеле оҙайлы. Әммә яҙ көнө һауа континеттағыға ҡарағанда күпкә оҙағыраҡ йылына. Ғәҙәттә боҙ ғинуар уртаһында туңа, апрель уртаһында йәки май башында ирей. Ғинуарҙың уртаса температураһы —4°С, июлдә +15°С; йыллыҡ яуым-төшөм 550 мм. Флора ҡарағай һәм киң япраҡлы (күберәген йәсин (ҡорос) ағасы) урмандарға, ҡыуаҡлыҡтарға, болондарға бай. Утрауҙа бер нисә ҡурсаулыҡ (резерват) бар.
Утрауҙар яҡынса XII быуат аҙағында һәм 1809 йылға тиклем Швеция Короллеге составына ингәндәр. Тәүҙә Линчёпинг мәхәлләһенә ҡараған, ләкин XIV быуаттың башынан епископ Абоға (Турку) буйһона башлағандар. XIV быуат башынан 1634 йылға тиклем үҙәге Кастельхольм ҡәлғәһендә урынлашҡан айырым Кастельхом ленын тәшкил иткән, һуңынан Або-Бьёрнеборг лены (хәҙерге Турку һәм Пори) составына ингән. 1808—1809 йылдарҙағы рус-швед һуғышы йомғаҡтары буйынса утрауҙар Рәсәй империяһына күскән һәм 1815 йылға тиклем уның иң көнбайыш нөктәһенә әүерелгән.
XVIII—XX быуат башында Аландар аша Петербургтан Стокгольмға мөһим почта юлы үткән. Уның бер өлөшө булып күпселек өлөшө Аланд утрауҙары аша үткән Стокгольм менән Або араһындағы Почта юлы тора. 1809 йылдан 1917 йылға тиклем Эккерола, Төп утрауҙың көнбайыш осонда, Рәсәй империяһының иң көнбайыш почта бүлексәһе урынлашҡан (хәҙер — музей).
Аланд утрауҙары Төньяҡ һуғышы осоронда диңгеҙҙәге хәрби хәрәкәттәрҙә мөһим роль уйнаған. 1718—1719 йылдарҙа утрауҙарҙа, Төньяҡ һуғыштың тамамланыу шарттарын тикшереп, һөҙөмтәһеҙ тамамланған Аланд конгресы үткән. 1720 йылдың 27 июлендә (7 августа) бында, Гренгам утрауы янында, рус һәм швед флоттары араһында диңгеҙ һуғышы була, рустарҙың был алышта еңеүе 1721 йылда Ништадт тыныс килешеүен төҙөүҙе байтаҡҡа тиҙләтә.
1809 йылдың 18 мартында рус-швед һуғышында кенәз Пётр Иванович Багратион етәкселегендәге рус корпусы Аланд утрауҙарын баҫып ала, һуғыш тамамланғас, улар Финляндияның Бөйөк кенәзлеге составында Рәсәй империяһына ҡушыла.
1832 йылда рустарҙың Бомарсунд ҡәлғәһе төҙөлә башлай, уның тирәләй Скарпанс гарнизон ҡалаһы үҫеп сыға. 1854—1856 йылдарҙағы Ҡырым (Көнсығыш) һуғышында төҙөлөп бөтмәгән ҡәлғәгә инглиз-француз десанты һөжүм итә, рус гарнизоны әсирлеккә алына.
1856 йылда Париж тыныслыҡ килешеүе Аланд утрауҙарына ҡоралһыҙландырылған (демилитаризация) зона статусын бирә, һәм ул әлеге көнгә тиклем һаҡлана. Әммә рус хәрби частары утрауҙарҙа 1906 йылдан 1917 йылға тиклем тора. Беренсе бөтә донъя һуғышы дәүерендә, архипелагтың бер нисә утрауында нығытмалар ҡоролған ваҡытта, вәкиллек айырыуса ҙур булған.
1861 йылда махсус рәүештә шул маҡсатта төҙөлгән Мариехамн (фин. Марианхамина) Аланд утрауҙарының яңы үҙәге булып китә һәм әлегә тиклем утрауҙағы берҙән-бер ҡалаһы булып тора. 2011 йылдың 2 ноябрендә ҡала уның исемен йөрөткәнлектән, Мариехамнда императрица Мария Александровнаға һәйкәл асыла.
Беренсе донъя һуғышынан һәм Финляндияның бойондороҡһоҙлоғон иғлан иткәндән һуң, Аланд утрауҙары Швеция составына күсергә маташа, унда Швеция ғәскәрҙәре төшөрөлә, утрауҙарҙа өҫкө өлөшөндә зәңгәр, уртала — алтын төҫ һәм аҫҡы өлөшөндә — зәңгәр һыҙаттан торған үҙ флагы күтәрелә. Флаг Швеция флагы төҫтәрен ҡабатлай, әммә улар горизонталь урынлашҡан.
Ләкин был тырышлыҡтар уңышһыҙ тамамланған. 1921 йылда Милләттәр лигаһы утрауҙарҙың киң автономия хоҡуғында Финляндияға инеүен таныны. Утрауҙар ике бөтә донъя һуғышы араһында ҡоралһыҙландырылған (демилитаризованный) статусын һаҡлап ҡалған. Уларҙың Балтик диңгеҙендәге төп хәлен 1939—1940 йылдарҙағы совет-фин һуғышынан һуң Аланд утрауҙары тураһында СССР һәм Финляндия килешеүе Мариехамнда совет консуллығы ойоштороуҙы шарттарҙың береһе итеп раҫланыуы билдәләй.
1954 йылда фин парламенты һәм президент Юхо Кусти Паасикиви менән оҙаҡ килешкәндән һуң, швед флагын хәтерләткән Аланд утрауҙарының флагы ҡабул ителә; айырмаһы — Аланд флагында швед флагындағы алтын тәре өҫтөнән ҡыҙыл төҫлөһө төшөрөлгән, улар Аланд утрауҙарын символлаштыра.
Утрауҙарҙың иҡтисади үҫеше башлыса уларҙың Балтик диңгеҙенең диңгеҙ коммуникациялары үҙәгендәге транспорт-географик урыны менән билдәләнә. Аланд утрауҙары XVIII—XIX быуаттар аҙағында географик яҡтан ярайһы уҡ уңайлы урынлашыуы XIX быуат аҙағынан үҙенең абруйын юғалта башлай, әммә 1960 йылдарҙа, Скандинавия илдәре араһындағы сиктәрҙе бөтөргәндән һуң, йәнә ыңғай ҡабул ителә башлай, был XXI быуат башына халыҡтың иҡтисади именлегенең юғары кимәленә килтерә.
1853—1856 йылдарҙағы Ҡырым һуғыш осоронда, 1854 йылда, утрауҙар яуланған, ә һуңынан Бомарсунд ҡәлғәһен шартлатыу һөҙөмтәһендә Аланд утрауҙары Париж тыныс килешеүе (1856) буйынса айырым статусҡа эйә була. Һуңынан 1917—1921 йылдарҙағы сәйәси көрсөктән һуң (Аланд кризисы) утрауҙарҙың дәүләтселеге һәм статусы мәсьәләһе — айырым автономиялы статусы 1921 йылғы Милләттәр лигаһы ҡарары — Аланд конвенцияһы менән раҫлана.
Аланд утрауҙары, Аланд конвенцияһына ярашлы, тулыһынса ҡоралһыҙландырылған биләмә булып һанала (баштан уҡ, 1856 йылғы килешеүгә ярашлы — «дефорфикацияланған»). Бында хәрби частар, хәрби-диңгеҙ йәки хәрби-һауа базалары юҡ. Утрауҙар нейтраль биләмә статусына эйә һәм ҡораллы конфликттар булған осраҡта хәрби хәрәкәттәр театрына йәлеп ителә алмай. Финляндияның башҡа граждандарынан айырмалы рәүештә, Аланд утрауҙарында йәшәүселәр хәрби хеҙмәткә саҡырылмай, был ҡоралһыҙландырылған статусы менән түгел, ә тел һәм мәҙәни үҙенсәлектәрҙе һаҡлауға ярҙам итеү шарттарына бәйле. Шулай уҡ һунар ҡоралынан тыш, теләһә ниндәй атыу ҡоралын һаҡлау һәм йөрөтөү тыйыла (полициянан тыш). Архипелагтың 3,3 га майҙанлы иң көнбайыш Меркет утрауы территорияһының яртыһы ғына Швецияныҡы, был донъялағы ике ил араһында бүленгән иң бәләкәй диңгеҙ утрауы булып тора. Утрауҙың швед өлөшөнә Аланд утрауҙарының ҡоралһыҙландырылыуы конвенцияһы ғәмәлдә булмауы арҡаһында, сикте демаркациялау мәсьәләһе Финляндия менән Швецияның ике яҡлы килешеүҙәре сиктәренән сыға һәм (Аландовтың ризалығынан тыш — автономияның Финляндия составындағы статусы тураһында положениеға бәйле) өсөнсө илдәрҙең, атап әйткәндә, Бөйөк Британия, Германия, Дания, Италия, Польша һәм Францияның, ҡатнашыуын күҙ уңында тота.
Утрауҙарҙың айырым автономиялы статусына бәйле башҡа ҡайһы бер үҙенсәлектәре:
2012 йылдың 15 авгусында Аландия утрауҙарында булған Финляндия президенты Саули Ниинистё 1991 йылғы Финляндия составында архипелагтың үҙидараһы тураһындағы законды яңыртыу тәҡдиме менән сығыш яһаны.
2015 йылда Финляндияның киң мәғлүмәт сараларында, айырыуса Рәсәй яғынан хәрби янауҙар хәүефе тураһында хәбәрҙәр менән бәйле, утрауҙарҙың автономиялы статусы әүҙем тикшерелә башланы. Финляндияның оборона министры Юсси Ниинистё, әгәр уларҙа айырма билдәләре булмаған сит ил дәүләттәренең хәрби хеҙмәткәрҙәре йөрөгән осраҡта, Аландарҙы яҡларға әҙер булыуы хаҡында белдерҙе. 2015 йылдың август урталарында Финляндия президенты Саули Ниинистё, Аланд утрауҙарында булғанда, Аландамға хәрби янауҙарҙың артыуы тураһында һөйләшеүҙәр нигеҙһеҙ тип белдерҙе. Уның фекеренсә, «автономлы төбәктең геосәйәси хәлендә бер ниндәй ҙә үҙгәрештәр булманы» һәм Финляндия тыныс осорҙа Аланд утрауҙарын ҡоралһыҙландырыуға һәм һуғыш ваҡытында автономиялы төбәктең нейтраль статусына булышлыҡ итәсәк. Шул уҡ ваҡытта президент Ниинистё, «әгәр Швеция Финляндияға халыҡ-ара килешеүҙәр йөкләмәләрен тормошҡа ашырыуҙа ярҙам итергә теләһә, был — Швеция эше», тип белдерҙе.
Административ берәмек — коммуна. Аландта барлығы — 16 коммуна.
|
|
|
|
3 төбәктән тора: Мариехамн, архипелаг, ауыл.
2021 йылда Аланд утрауҙарында, башлыса швед телендә һөйләшеүсе, 30 129 кеше иҫәпләнгән. Уларҙың 11 705-е Аландтарҙың берҙән-бер ҡалаһы, баш ҡалаһы Мариехамнда йәшәгән. Ҡалаға 1861 йылда нигеҙ һалынған һәм шунан алып ул илдәге иҡтисади һәм сәйәси тормош үҙәге булып тора.
(швед. Ålandsbanken)]]
Төп тармаҡтары: балыҡсылыҡ, һөт малсылығы, туризм (диңгеҙ курорттары).
Йән башына эске тулайым продукт (ВВП) буйынса төбәк 2017 йылда Финляндияла йән башына 40 686 евро күрһәткесе менән 2-се (19 төбәктән) урынды биләне һәм йән башына эске тулайым продукт Финляндия буйынса уртаса күрһәткестән (Уусимаа менән тигеҙ) юғарыраҡ булған ике төбәктең береһе булды.
Финляндияның материк өлөшөнән Аланд утрауҙарына Ålandstrafiken компанияһының даими йөрөгән ҙур булмаған борамдарында ике юл менән барып етергә мөмкин двумя путями:
Бынан тыш, Мариехамнда һәм Лонгнеста Таллин-Стокгольм, Хельсинки-Стокгольм һәм Турку-Стокгольм (Марехамнға, йәки Лонгнесҡа инәләр) маршруттары буйынса и Silja Lineхәрәкәт иткән Viking Line компанияһы паромдары туҡтай.
Мариехамнда утрауҙарҙағы берҙән-бер аэропорт урынлашҡан. Авиабәйләнеш Финляндияның баш ҡалаһы (Хельсинки-Ванта аэропорты) һәм Швецияның баш ҡалаһы (Стокгольм-Арланда аэропорты) ярҙамында тормошҡа ашырыла. Авиакомпания 2012 йылдың 1 июленә тиклем Air Åland төп авиаташыусы булып һанала. Әлеге ваҡытта Мариехамн — Стокгольм маршрутын көйәгестәр авиакомпанияһы хеҙмәтләндерә, ә Мариехамн — Хельсинки маршрутын NextJet авиакомпанияһы, а маршрут Мариехамн — Хельсинки маршрутын Flybe авиакомпанияһы хеҙмәтләндерә.
Төп утрау буйлап биш автобустан торған йәмәғәт транспорты маршруты хеҙмәтләндерә, уларҙа Ålandstrafiken компанияһы автобустары эшләй. Бөтә автобус маршруттарының башланғыс нөктәһе булып Мариехамн тора. Мариехамн сиктәрендә автобуста йөрөү күп йылдар буйына (2013 йылдың 1 июненә тиклем) бөтәһе өсөн дә бушлай булды, ләкин ҡала эсендәге араның ҙур булмауы сәбәпле был ҙур әһәмиәткә эйә түгел.
Аланд утрауҙары Викимилектә | |
Аланд утрауҙары Викигид |
Ҡалып:Аландские острова в темах Ҡалып:Губернии Финляндии Ҡалып:Исторические провинции Финляндии